НАРАТАҪТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 685 кеше; 1920 — 1206; 1939 — 1264; 1959 — 826; 1989 — 764; 2002 — 825; 2010 — 735 кеше. Татарҙар, сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 111 кеше йәшәгән, 1865 й. 78 йортта — 442 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. грамота мәктәбе теркәлгән. А.Ф.Исмәғилева, Ә.Ә.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика