НАЙДЁНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Н., 1638 й. Өфөлә яңы суҡындырылған хеҙмәтле кеше (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр). Уның улдары: Василий Семёнович Н. (1637—?), 1661 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1669 й. башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн 50 сирек ер һәм аҡса бирелә. Никита Семёнович Н. (1638—?), 1661 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1669 й. башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн 50 сирек ер һәм аҡса бирелә. Степан Семёнович Н. (1646—?), сотник (1678). 1684 й. башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн — 50 сирек ер һәм аҡса, 1692 й. Ҡырым походтарында (1687, 1689) ҡатнашҡаны өсөн 100 сирек ер һәм аҡса бирелә. Василий Семёнович Н. улы — Иван Васильевич Н., 1672 й. сит ил кешеләре исемлеге б‑са Өфөлә түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Степан Семёнович Н. улдары: Борис Степанович Н., 1682 й. атлы казактарҙан яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са Өфөлә түләүле хәрби хеҙмәткә алына, 1685 й. яңынан атлы казактарға күсерелә. Ҡалмыҡтарҙың Өфөгә сапҡынын кире ҡағыуҙа ҡатнаша. 1716 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кеше, Өфө янында поместье һәм балыҡ тотоу урындары бирелә; Иван Степанович Н., 1688 й. сит ил кешеләре исемлеге б‑са Өфөлә түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1692 й. Каменка й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында поместье бирелеп, уны 1736 й. Өфө гарнизоны батальонының Ырымбур экспедицияһы командаһы капитаны Д.Я.Чертовҡа һата. Иван Степанович Н. ейәне Евдоким Васильевич Н. (1729—?), 1748 й. алып Ырымбур регуляр булмаған корпуста (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре) хеҙмәт итә. Уның улдары: Сергей Евдокимович Н. (1761—?), поручик; Василий Евдокимович Н. (1762—?), 1796 й. Өфөлә подканцелярист булып хеҙмәт итә; Борис Евдокимович Н. (1779—?), 1805 й. губерна секретары. Сергей Евдокимович Н. улдары: Николай Сергеевич Н. (1792—?), 1814 й. алып губерна регистраторы; Лев Сергеевич Н. (1795— ?), 1822 й. башлап коллегия регистраторы. Борис Евдокимович Н. улы Николай Борисович Н. (1797—?), 1824 й. алып губерна секретары, 1827 й. Ырымбур мосолман диниә назаратында хеҙмәт итә. Н. нәҫеле Ырымбур дворяндар йыйылышы нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған (1796).

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика