НАҘЫТАМАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әсән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 129 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 623 кеше; 1920 — 716; 1939 — 491; 1959 — 302; 1989 — 140; 2002 — 144; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1762 й. алып билдәле. 1795 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр төпләнгән; 6 йортта 38 кеше йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 313 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1880 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика