НАЖАР, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 707 кеше; 1920 — 787; 1939 — 705; 1959 — 587; 1989 — 414; 2002 — 357; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрге Ҡарыш урта мәктәбе филиалы) фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1703 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Назар исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 60 йортта 354 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Р.Ҡ.Әмиров ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика