МАЛЫХ Ольга Евгеньевна (29.7. 1970, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009), проф. (2013). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1989 й. алып “Башгипронефтехим” ин‑тында, 1990 й. — СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1991 й. — “Башкирэкспертиза” фирмаһында эшләй. 1995 й. башлап Өфө сервис технология ин‑тында, 2003 й. — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2010 й. алып иҡт. һәм идара итеү ф‑ты деканы), 2013 й. — БДУ-ның дөйөм иҡт. теорияһы каф. мөдире, 2015 й. алып Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тында фәнни‑тикшеренеү эштәре б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләттең иҡт. сәйәсәте теорияһы һәм практикаһына арналған. 115‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Доходы: структура, источники и механизм реформирования. Уфа, 2005; Роль государственного регулирования в развитии национальных экономик. Уфа, 2006. 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.