АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡарабуғат й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 642 кеше; 1939 — 504; 1959 — 178; 1989 — 364; 2002 — 370; 2010 — 443 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Вербынечко” украин халыҡ ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Воронеж, Курск һәм Орёл губ. күсеп килеүселәр Антоновский ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 80‑се йй. ҡарай А. составына Надеждинка а. (И.И.Рыбалконың тыуған ауылы) инә.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.