МАЛИКОВ Рөстәм Илкәм улы (2.4.1959, Октябрьский ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2013), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА‑ның Иҡт. ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1987 й. алып Иҡт. һәм социол. ин‑тында бүлек мөдире; 1996 й. башлап Өфө дәүләт иҡт. һәм сервис ун‑тында: иҡт. һәм менеджмент каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2008 й. алып Иҡт. һәм идара итеү ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге эшҡыуарлыҡ мөхитен һөҙөмтәле үҫтереү проблемаларын тикшереүгә, РФ төбәктәрендә эшҡыуарлыҡ хәлен өйрәнеүгә, пр‑тиеларҙың йәшерен иҡт. эшмәкәрлеген анализлауға арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Экономические парадоксы или парадоксальная экономика?! М., 2005 (авторҙ.); Институциональное проектирование деловой предпринимательской среды. Мурманск; Уфа, 2006; Региональные факторы формирования эффективной предпринимательской среды. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.