МАҠУЛОВ Айрат Һәүбән улы (27.10.1934, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Баҡалы а. — 28.7.2017, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1958 й. алып Башҡ‑н ХХС‑ында, 1960 й. — ӨПЭЗ‑дә цех нач. урынбаҫары; 1967 й. — Авиация технологияһы ҒТИ‑ның Урал филиалында (Өфө): төп инженер, 1972 й. — лаб. нач. урынбаҫары; 1973 й. — ӨДАТУ‑ла: 1975 й. тиклем ғилми-тикшеренеү бүлеге нач. урынбаҫары, 1991—2002 йй. эшҡыуарлыҡ иҡтисады каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге авиация сәнәғәте изделиеларын уйлап табыу, етештереү һәм файҙаланыу процестарын ҡулайлы планлаштырыу һәм көйләү ысулдарын эшләүгә арналған. М. ҡатнашлығында авиация изделиеларына тиҙләтелгән һынау үткәреү алымдары, автопилоттың сифатын тәьмин итеүҙең инновацион технологиялары, авиация двигателдәренең сифатын яҡшыртыуҙың статик ысулдары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән. 310‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Резервы улучшения качества продукции машиностроения. Уфа, 1985; Организационно-экономический механизм реализации структурной политики в промышленном комплексе суверенной Республики Башкортостан. Уфа, 2000; Теория интеграции хозяйственных структур. Уфа, 2000.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.