НАДЕЖДИН, Ҡалмаҡ, Йылайыр р‑нындағы утар, Иван‑Ҡыуалат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 67 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта Кесе Ҡалмаҡ й. (Ялан Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 40 кеше; 1920 – 394; 1939 – 646; 1959 – 400; 1989 – 234; 2002 – 173; 2010 – 140 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡананикольский урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

 Утарға 20 б. башында Орск өйәҙендә, фаразланыуынса, Бәләбәй өйәҙе Бишбүләк а. (хәҙ. Бишбүләк р‑ны) сыуаштары тарафынан Кесе Ҡалмаҡ утары булараҡ нигеҙ һалына. 1914 й. хәҙ. исемен йөрөтә. А.И.Филиппов ошо  утарҙа тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика