МАКАРОН СӘНӘҒӘТЕ, макарон изделиелары (макарон, рожки, вермишель, туҡмас, фигуралы изделиелар һ.б.) эшләп сығарған аҙыҡ‑түлек сәнәғәте тармағы. Макарон изделиеларын бойҙай ононан әҙерләйҙәр, сорты ондоң сифатына һәм өҫтәмә компоненттарға (мәҫ., йомортҡа) бәйле, туҡлыҡлы булыуын һәм тәменең сифаттарын юғалтмайынса оҙаҡ һаҡлана. 1934 й. Башҡортостанда Өфө макарон фабрикаһы эшләй башлай, 60—70‑се йй. ул илдең М.с. иң эре биш пр‑тиеһы иҫәбендә була. Макарон изделиеларын ш. уҡ Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1, Ишембай икмәк комбинаты, Өфө иген продукттары комбинаты, башҡа икмәк комб‑ттары, ҡулланыусылар кооперацияһы пр‑тиелары етештерә (ҡара: табл.). 2012 й. макарон изделиеларын 30‑ҙан ашыу пр‑тие, ш. иҫ. «“Клён” ярма компанияһы» ЯСЙ (Мәләүез ҡ.), “Макрон” ЯСЙ (Туймазы р‑ны Ҡандра а.), сығарған. Макарон изделиелары етештереү (т): 2005 – 1888, 2010 – 2722, 2012 – 2292.

И.И.Үтәшев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһында макарон изделиеларын төрҙәре б‑са етештереү, т

Макарон изделиелары

1990

1995

2000

2005

2007

Макарондар

3059

796

358

121

57  

Вермишель

17792

7267

4064

523

946

Туҡмас

995

1193

72

395

9

Фигуралы изделиелар

483

1195

4839

149

79 

Рожки

7507

7797

4077

799

302 

Башҡа

1431

1337

19

      Бөтәһе

31267

19585

13429

1888

1387