НАДЕЖДИНА Вера Александровна (1.9.1954, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 69‑сы урта мәктәптә эшләй (Өфө), 1980 й. алып — ӨДНТУ‑ла, (1987—2002 йй. тарих һәм культурология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й. башлап Ырымбур дәүләт ун‑тының Өфө филиалында (2006—10 йй. гуманитар һәм соц. фәндәр каф. мөдире) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда Көньяҡ Уралда тарих һәм соц. сәйәсәт мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Модернизиция и НЭП: к вопросу о причинах провала “нэповского пути к социализму” //Вестник Оренбургского университета. 2005. №94; Нэповская Россия в зеркале социальной истории //Отечественная история. 2007. №4;

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика