МАЙ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, май биреүсе культуралар орлоҡтарын эшкәртеү һәм майҙарҙы гидрогенизациялау б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Үҫемлек майҙары, саломастар (ҡатырылған майҙар), маргарин продукцияһы, майонез, май нигеҙендә эшләнгән синтетик йыуыу саралары, глицерин, стеарин, натураль әлифтәр һ.б. етештерә. 20 б. башында Өфө губернаһында бәләкәй май һығыу, туң май иретеү, һабын ҡайнатыу һәм шәм з-дтары эшләгән. Сеймал итеп көнбағыш орлоғо һәм мал майҙары файҙаланылған. 1933—57 йй. техник майҙар, кер һабыны, тәгәрмәс майҙары һ.б. етештереү м‑н “Техжирпром” Башҡ‑н тресы, аҙыҡ майҙарын етештереү м‑н “Маслопром” Башҡ-н тресы шөғөлләнгән. Үҫемлек майҙарын ш. уҡ ҡулланыусылар кооперацияһы пр‑тиелары сығарған. Үҫемлек майҙарын а.х. пр‑тиеларының 58 май һығыу цехы етештерә. 2004 й. БР аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештереүҙең дөйөм күләменең 0,6%-ы М.э.с. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). Үҫемлек һәм һыйыр майы, майҙар етештереүҙең хәҙерге производствоһында 18 пр‑тие һәм территориаль айырым бүлексә эшләй. Шулар араһында иң эреләре: Мәләүез һөт-консерва комбинаты (майонез эшләп сығара) һәм “Шишмә” ААЙ (көнбағыш майы). 2012 й. ебәрелгән продукция аҙыҡ продукттары етештереүҙең, эсемлектәр һәм тәмәкене индереп, 9,0%-ын тәшкил итә. М.э.с. продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Белгестәр МДУ‑ның технология һәм идара итеү филиалында (Мәләүез ҡ.) әҙерләнә.

Ш.С.Сәйфуллин, И.И.Үтәшев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһында үҫемлек майы һәм

майонез етештереү, т

 

1990

1995

2000

2005

2010

2012

Таҙартылмаған үҫемлек майы

4144

19006

18364

81100

49163

Майонез

777

446

640

86

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.