АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 101 кеше; 1939 — 188; 1959 — 198; 1989 — 188; 2002 — 222; 2010 — 238 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ефремкин урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына.

А.Н.Абдуллин

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке