“МАГНЕТРОН” Ө ф ө м и к р о э л е к т р о н и к а з а в о д ы, ААЙ. Махсус тәғәйенләнешле элемтә саралары етештереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнә. Составына йыйыу-монтажлау, микроэлектрон, механик эшкәртеү производстволары инә. 2012 й. 238 кеше эшләгән. Продукцияһы РФ‑тың Оборона министрлығы пр‑тиеларына ебәрелә. 1982 й. “Прогресс” ПБ‑ның микройыйылма цехы булараҡ ойошторола, 1987 й. алып ш. уҡ берекмәнең хәҙ. исемде йөрөткән филиалы, 1993 й. — уның бүлендек ДУП‑ы, 2003 й. — ФДУП, 2012 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. башлап «“Автоматика” концерны» ААЙ (Мәскәү) составына инә. 

 Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.