МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, Ҡариҙел р‑нында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Кирҙә, Ҡорош, Магинск урман пункттары ингән. Фанер һәм технологик сеймал, ағас-таҡта, цилиндрланған бүрәнәнән буралар, утын һ.б. етештергән. 2003 й. 449 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. Пр‑тие м‑н В.С.Дульцев эшмәкәрлеге бәйле. 

А.А.Ковалёв

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.