НАБЕРЕЖНЫЙ, Бишбүләк р‑нын‑ дағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 34 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 269 кеше; 1959 — 305; 1989 — 444; 2002 — 375; 2010 — 334 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дим урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Союзскотоводтрест” Башҡ‑н контораһының Дим с‑зы ойошторолғандан һуң, 4‑cе ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1989 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.