МОДА ЙОРТО, ЯСЙ. Кейем, ш. иҫ. сәхнә һәм милли костюмдар, махсус кейемдәрҙе тегеү, ремонтлау һәм моделдәрен әҙерләү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙарҙың өҫкө кейеме, ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн еңел күлдәктәр әҙерләү (бөтәһе лә 1968 й. асылған), баш кейемдәре тегеү һәм ремонтлау (1993), тире изделиелары (1997) цехтары инә. 2011 й. 35 кеше эшләгән. 1968 й. “Башшвейбыт” берекмәһе составында “М.й.” ательеһы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып «“Мода йорто” ательеһы» ҠП, 1993 й. — яуаплығы сикләнгән ширҡәт, 1999 й. — “М.й.” ЯАЙ, 2015 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.