ӨФӨ ЮҒАРЫ ПАРТИЯ МӘКТӘБЕ, етәксе партия һәм совет кадрҙарын әҙерләгән юғары уҡыу йорто. 1958 й. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 4 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбе (1956 й. ойошторолған) нигеҙендә асыла. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты етәкселегендә була. Уҡытыу‑методик етәкселекте КПСС ҮК эргәһендәге Юғары һәм Ситтән тороп уҡыу юғары партия мәктәптәре тормошҡа ашыра. 35 йәшкә тиклемге КПСС ағзалары урта йәки юғары белем нигеҙендә КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты тәҡдиме б‑са ҡабул ителә. Уҡыу курсы 2 (юғары белем нигеҙендә) һәм 4 (урта белем) йыл була. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә а.х. пр‑тиелары иҡт.; иҡт., сәнәғәт пр‑тиеларын ойоштороу һәм планлаштырыу йүнәлештәре б‑са алып барыла. Ө.ю.п.м. составында диалектик һәм тарихи материализм, КПСС тарихы, тарих фәндәре, партия төҙөлөшө, сәйәси иҡт., а.х., совет иҡт., сәнәғәт производствоһы һ.б. кафедралар эшләй. Китапханаһы, 4 кабинеты (йәмғиәт фәндәре, а.х., сәнәғәт производствоһы, иҡт.) була; Партия мәктәбе советы эшләй. 24 уҡытыусы араһында 10 фән канд. була (1959). 1958 й. — 324 кеше (урыҫтар – 38,3%, татарҙар – 30,3%, башҡорттар —23,2%); 1959 й. 307 кеше (36,2%, 29,6%, 25,7%) уҡый. 19 б. аҙ. – 20 б. башында Башҡортостандағы ижт. фекер тарихы, совет осоронда башҡ. партия ойошмаһы, башҡ. мәҙәниәте, БАССР колхоздарын иҡт. күтәреү мәсьәләләре һ.б. б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре алып барыла. Фәнни һәм ғилми‑теоретик конф. үткәрелә. Ө.ю.п.м. 260 кеше тамамлаған. 1960 й. ябыла. Дир. – Е.Д.Попова (1956 й. алып). Ө.ю.п.м. элекке Өфө Уҡытыусылар институты бинаһында урынлаша.

Әҙәб.: Г и м а е в И.Р., К а б а ш о в С.Ю. Подготовка управленческих кадров в Башкортостане: история и современность. Уфа, 2006.

С.Ю.Кабашов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018