ӨФӨ, 8498-се бәләкәй планета (ҡара: Астероидтар). Ҡояштан уртаса 448 млн км, Ерҙән кәмендә 250 млн км самаһы алыҫлыҡта. Диам. – яҡынса 12 км. Оппозициялағы яҡтылығы – 12,3 йондоҙ дәүмәле. Л.В.Журавлёва (Ҡырым астрофизика обсерваторияһы) тарафынан 1990 й. 15 сент. асыла һәм ҡала хөрмәтенә атала. Респ. терр-яһында Ө. телескоп ярҙамында күҙәтеп була.

Әҙәб.: Б а я з и т о в У.Ш. Астероиды и Башкортостан //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2003. Т.8. №4.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018