ӨЙӨРМӘЛЕ АППАРАТТАР, газ йәки пар‑газ ҡатышмалары ағымдарын өйрөлтөп, уларҙың эсендәге шыйыҡ йәки ҡаты хәлдәге өлөшсәләрҙе айырып ала, йылылыҡ һәм масса алмаштырыу процестарын интенсивлаштыра, энергияһы (т‑раһы) б‑са айыра торған ҡоролмалар. Газдарҙы өйөрмәгә индереү ысулы б‑са соплолары аксиаль һәм тангенциаль булған аппараттарға; тәғәйенләнеше б‑са — конденсаторҙарға (конденсирланған газдың компоненттарын айырып сығарыу өсөн), конденсатор‑сепараторҙарға (индерелгән йәки эстә барлыҡҡа килгән дисперслы өлөшсәләрҙе сығарып алыу өсөн), йылылыҡ генераторҙарына, һыуытҡыстарға һ.б.; башта алынған газдарҙы эшкәртеүҙең һуңғы һөҙөмтәһе б‑са төрлө т‑ралағы ағымдарҙы айыра торған һәм айырмай торған Ө.а. бүленә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Нефть техник университетында (Р.Х. Мөхөтдинов етәкс.) винт өйрөлмәле ҡоролмалар м‑н йыһазландырылған Ө.а. уйлап табыла: өйөрмәле конденсация‑сепаратор йылылыҡ алмаштырғыстары блоктары (ТВКСН‑I һәм ТВКСН‑II; “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда ацетон һәм фенол производстволарына индерелгән), һауа м‑н һыуытыла торған өйөрмәле (Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында индерелгән) һәм һөт танкыларына бирелә торған (Стәрлетамаҡ һөт комбинатында) ҡыҫылған һауаны ентекләп таҙартҡан йылылыҡ алмаштырғыстары.

Әҙәб.: М е р к у л о в А.П. Вихревой эффект и его применение в технике. М., 1969; Эффективность внедрения вихревых аппаратов (применительно к нефтехими‑ ческим производствам). Уфа, 2001.

Р.Х.Мөхөтдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке