АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Аҡкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 687; 1939 — 894; 1959 — 905; 1989 — 627; 2002 — 652; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 1865 й. А. (Землянкин) 64 йортта 328 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, һатыуға ағас әҙерләү, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея һәм шарап кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.