ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС (ихтимал, йәки стохастик), ваҡыт үтеү м‑н ниндәй ҙә булһа бер системаның торошо ихтималлыҡ законлыҡтарына ярашлы үҙгәреүе процесы. Гаусстың, Марктың О.п., стационар О.п. һ.б. айыралар. Төп бурыстары – О.п. ҡиммәттәрен прогнозлау һәм интерполяциялау, төрлө үҙгәртеүҙәрҙе өйрәнеү, процестарҙың характеристикаларын статик баһалау. О.п. теорияһы – ихтималлыҡ теорияһының бүлеге; тәбиғәттәге, фәндәге һәм техникалағы төрлө процестарҙы тасуирлау өсөн уның ысулдары һәм моделдәре файҙаланыла, мәҫ., Броун хәрәкәтенең моделдәре (газдарҙың молекуляр теорияһында), Пуассон О.п. моделе (киң хеҙмәтләндереү теорияһында) һ.б. Башҡортостанда О.п. өлкәһендә теоретик тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып барыла. ӨДАТУ‑ла О.п. локаль ваҡыттарының үҙенсәлектәре тикшерелә, Стратоновичтың стохастик интегралын дөйөмләштергән симметрик интегралдар теорияһы төҙөлә, стохастик дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеүҙең яңы ысулы табыла (Ф.С.Насиров); Математика ин‑тында аҡ шаулы һыҙыҡлы булмаған параболик тигеҙләмәләргә Гирсанов формулаһы дөйөмләштерелә, стохастик дифференциаль тигеҙләмәләрҙең асимптотик үҙенсәлектәре (Й.Ш.Ильясов), О.п. тайпылыу мәсьәләләре тикшерелә, Гаусстың осраҡлы хәрәкәт траекторияһының кәкре һыҙыҡ кимәленән артмауының асимптотикаһы билдәләнә (Н.Ҡ.Бәкеров); БДУ‑ла микро‑ һәм наноэлектронлы эмиссия приборҙарында О.п. статик һәм спектраль характеристикаларын компьютерҙар нигеҙендә экспери‑ менталь тикшереү ысулдары уйлап табыла һәм тормошҡа ашырыла, күп кимәлле һәм дөйөмләштерелгән телеграф сигналдарының матем. моделе тикшерелә (С.С.Гоц).

Әҙәб.: Г о ц С.С. Основы описания и компьютерных расчётов характеристик случайных процессов в статистической радиофизике. Уфа, 2005.

Н.Ҡ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика