ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович (2.4.1938, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре гуманитар мәҙәниәт, юғары техник мәктәпте гуманитарлаштырыу, иҡт. этикаһы мәсьәләләренә арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гуманитарная культура и инженер. Уфа, 1992; Что такое гуманитарная культура? Саранск, 1992.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.