ОРДАНСКИЙ Марк Семёнович (10.3.1930, Кировоград ҡ. — 1.1.1998, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. юрисы (1990). Ҡазан юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең юрисконсульты. 1965 й. алып Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тының Өфө ф‑тында, 1970 й. — БДУ‑ла уҡыта (1986 й. алып граждандар хоҡуғы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре граждандар һәм халыҡ‑ара транспорт хоҡуғына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Правовое положение предприятий железнодорожного транспорта. Уфа, 1979; Транспортные правоотношения. Уфа, 1987.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.