ОПТИК ЭЛЕМТӘ, оптик диапазондағы электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында, ғәҙәттә, лазер ҡулланып башҡарылған элемтә. Асыҡ (Ер эргәһендәге йәки йыһан арауығында эшләгән) һәм ябыҡ (сүсле‑оптик элемтә линиялары) О.э. системаларын айыра‑ лар. О.э. системалары мәғлүмәтте ҙур тиҙлектә һәм йәшерен тапшырыуҙы тәьмин итә, каналдарының мәғлүмәт һыйҙырышлығы ҙур, ҡамасауҙарға бирешмәй, шау‑шыу кимәле түбән. Телевидение һәм радио тапшырыуҙарын трансляциялау, махсус тәғәйенләнешле элемтә системаларын, шәхси виртуаль селтәрҙәрҙе, Интернетҡа инеү мөмкинлеген һ.б. ойоштороу өсөн файҙаланыла. 1988 й. алып “Полигон” ҒПБ (Өфө) мәғлүмәт тапшырыуҙың сүсле‑оптик системаларын уйлап табыу, етештереү һәм ғәмәлгә индереү эштәрен алып бара. 2006 й. БР б‑са Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм “Башинформсвязь” ААЙ сүсле‑оптик элемтә линиялары базаһында Күгәрсен р‑нының Йомағужа һыуһаҡлағысы терр‑яһында РФ‑та тәүгеләрҙән булып ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда локаль рәүештә халыҡҡа хәбәр итеү селтәре проектын эшләй һәм тормошҡа ашыра. 2007 й. “Башинформсвязь” ААЙ тарафынан 1000 км артыҡ, 2008 й. башында – 4300 км артыҡ, 2012 й. 12000 км артыҡ оҙонлоҡтағы сүсле‑оптик элемтә линиялары файҙаланыуға тапшырыла; оптик элемтә хеҙмәте м‑н респ. үҙәк, көнбайыш, көньяҡ өлөштәре һәм Башҡортостандың Урал аръяғы тәьмин ителә. 2008 й. бер оптик сүс б‑са бер үк ваҡытта бер нисә айырым сигналды тапшырыуҙы тәьмин иткән һәм селтәрҙең үткәреү һәләтен күп тапҡыр арттырырға, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға һәм элемтә хеҙмәте спектрын киңәйтергә мөмкинлек биргән спектраль тығыҙлау системалары файҙаланыуға тапшырыла. БДУ‑ла “Оптик элемтә физикаһы һәм техникаһы” һөнәре б‑са уҡытыу алып барыла, ӨДАТУ‑ла О.э. системалары б‑са белгестәр әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Телефон элемтәһе.

И.Х.Ғәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика