ОПТИК ПРИБОРҘАР, яҡтылыҡты теркәү, анализлау, әүерелдереү һәм нурландырыу йәки ошо функцияларҙы комбинациялау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар. Тәғәйенләнеше б‑са астрономия‑геодезия, мәғлүмәт‑үлсәү, медицина, оптик‑физик һ.б. төрҙәрен айыралар. О.п. объект һүрәтенең сифатын яҡшыртыу, уны ҙурайтыу, бәләкәйләтеү һ.б. өсөн эшләйҙәр. Оптик нурланышты теркәүҙең иң киң таралған ысулы булып уның интенсивлығын фотоэлектрон юл м‑н электр сигналына әйләндереү тора. Объекттың һыҙыҡлы үлсәмдәрен ҙурайтыу өсөн лупа йәки микроскоп, астрономияла мөйөш үлсәмдәрен ҙурайтыу өсөн телескоп һ.б. ҡулланыла. Линзалы (рефракторҙар) һәм көҙгөлө (рефлекторҙар) телескоптарҙы айыралар. Астрономияла ҡулланылған ҙур телескоптар күҙәтелгән йыһан есемдәре араһындағы мөйөштәрҙе ҙурайтып ҡына ҡалмай, насар яҡтырыусы есемдән килгән яҡтылыҡ энергияһын да көсәйтә, шуға күрә уларҙы йыш ҡына яҡтылыҡ ағымын әүерелдереү һәм анализлау өсөн спектр приборҙары м‑н бергә ҡулланалар. Икеләтелгән спектр приборҙарын люминесценцияны, флюоресценцияны һәм комбинацион таралыуҙы теркәү өсөн файҙаланалар. Башҡортостанда 20 б. 20—30‑сы йй. оптик телескоптар төҙөлә башлай (Н.Г.Пономарёв). 70‑се йй. А.Н.Чувыров идеаль булмаған компенсаторлы эллипсометр төҙөй, А.С.Краузе, И.С.Перелыгин комбинацион таралыу спектры ҡоролмаһын эксплуатацияға индерә, 80‑се йй. Н.Т.Сөләймәнов яҡтылыҡ‑сүсле датчиктар уйлап таба, 1987 й. Р.М.Ғәлиуллин етәкс. лазер алыҫлыҡты үлсәгес эшләнә. 1989—99 йй. Салауат оптика‑механика заводында биноклдәр, монокулярҙар, оптик прицелдар, төндә күреү приборҙары, оптик диоптриметрҙар һ.б. уйлап табылған һәм етештерелгән.

А.Н.Чувыров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика