АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү м‑н бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә. Мәғәнәләре б‑са сифат, баһа, күләм, ҙурлыҡ, оҙонлоҡ, йәш, ваҡыт, төҫ, хәл һ.б. сағылдыра алалар. Ҡайһы бер А. баҫҡыслы оппозиция хас: “ярлы” — “хәлле” — “бай”. Тел (даими) һәм телмәр (контекстуаль) А. бүлеп йөрөтәләр. Тел А. мәғәнәүи ҡапма‑ҡаршылығы даими сағыла һәм ҡулланыуға бәйле түгел. Бер контекст шарттарында ғына антонимик мөнәсәбәттәргә ингән лексемалар телмәр А. һанала. Мәҫ., “Һүҙе татлы, күңеле ҡаты” мәҡәлендә телмәр А. сифатында “татлы” һәм “ҡаты” һүҙҙәре сығыш яһай. Төҙөлөшө б‑са А. бер тамырлы һәм төрлө тамырлыға бүленә. Башҡорт теле А. күбеһе — төрлө тамырлы: “алыҫ” — “яҡын”, “бысраҡ” — “таҙа” һ.б. Бер тамырлы А. ҡапма‑ҡаршы мәғәнәләре бер үк тамырҙарҙы ҡаршы ҡуйыу м‑н түгел, ә уларға ҡушылыусы аффикстарҙы йәки аффикслы һәм аффиксһыҙ ҡатламдарҙы ҡаршы ҡуйыу м‑н билдәләнә: “бәхет” — “бәхетһеҙлек”, “ғәҙеллек” — “ғәҙелһеҙлек”, “ирек(лек)” — “ирекһеҙлек”, “тәмле” — “тәмһеҙ”, “үткер” — “үтмәҫ” һ.б. Күп мәғәнәле һүҙҙең төрлө мәғәнәләре м‑н сағыштырылған бер нисә А. булырға мөмкин, мәҫ., “еңел” — “ауыр” һәм “еңел” — “ҡыйын”. А. — антитезаның лексик нигеҙе.

М.Х.Әхтәмовтың “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1973) башҡ. теле А. системалаштырылған йыйынтығы булып тора.

Әҙәб.: Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

М.Х.Әхтәмов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке