ОМСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында Иртыш й. басс. урынлашҡан. Төмән өлкәһе, Ново‑ сибирск, Томск өлк., Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Омск ҡалаһы. 1934 й. ойошторолған (хәҙ. Төмән өлк. терр‑яһы, Ҡурған өлкәһенең һәм Свердловск өлкәһенең өлөштәре ингән), 1943 й. алып хәҙ. сиктәрҙә. Составында 32 район, 6 ҡала һәм 21 эшселәр ҡасабаһы (2009). Себер федераль округына инә. Майҙаны – 141,1 мең км2. Халҡы – 2,12 млн кеше, ш. иҫ. 996 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы – 14,9 кеше/км2. Халыҡтың 67,1%‑ы ҡалала йәшәй; иң ҙур ҡалалары – Омск (1,1 млн кеше), Тара, Исилкүл (икеһендә лә – 26,6 мең), Калачинск (23,5 мең кеше). Милли составы (%): урыҫтар — 85,8, немецтар – 2,6, украиндар – 2,7, ҡаҙаҡтар – 4,1, татарҙар – 2,2 һ.б. Көнбайыш Себерҙең көньяғы һәм Башҡортостан ерҙәре Алтын Урҙа, Себер ханлығы составына ингән. Волга буйы м‑н Себерҙе бәйләгән сауҙа юлы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре аша үткән. 1954 й. Туймазы–Омск нефть үткәргесе файҙаланыуға тапшырыла. 1950 йй. уртаһында БАССР‑ҙан төҙөлөп ятҡан Омск НЭЗ‑ына — ҡорамалдар, 70‑се йй. Омскиҙан ӨМЭПБ өсөн “Москвич” автомобиле двигателен комплектлау деталдәре килтерелә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм О.ө. Хакимиәте араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған (1998). Өфөлә Омск эшлекле даирәләренең сауҙа‑иҡт. миссияһы үткәрелә, уның барышында БР һәм О.ө. пр‑тиелары вәкилдәренең 40‑тан ашыу бизнес‑осрашыуы була (2012). БР м‑н О.ө. араһында сауҙа әйләнеше 2007 й. 1,9 млрд һум тәшкил итә. О.ө. делегаттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. Омскиҙа О.ө. башҡорттары ҡоролтайы, О.ө. төрки халыҡтарының ассоциацияһы, ҡаҙаҡ һәм татар‑башҡ. милли‑мәҙәни үҙәктәре, “Ватан” ижт.‑сәйәси берекмәһе, составына “Умырзая” татар‑башҡ. фольклор ансамбле ингән “Себер” төбәк‑ара милли мәҙәни берекмәһе эшләй. Омск дәүләт муз. театры 1958 й., 1978 й., 2003 й., 2005 й. Өфөлә гастролдәрҙә була. Хәҙерге сәнғәт һәм дизайн музейын‑ да В.М.Ханнанов һәм А.Соболев эштәре күргәҙмәһе үткәрелә (Омск, 2013). “Омск картография фабрикаһы” ФДУП‑ы тарафы‑ нан “Башҡортостан Республикаһы атласы” (2005), 7 томлы Башҡорт энциклопедияһы өсөн БР‑ҙың адм. райондары карталары эшләнә һ.б.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика