ОКРУГ СУДЫ, мировой судьялар (ҡара: Мировой суд) хөкөмөнә бирелә алмаған беренсе инстанция енәйәт һәм граждандар эштәрен ҡарай торған дөйөм юстицияның суд власы орга‑ ны; мировой судьялар съездары сығарған ҡарарҙарҙың законлы булыуын тикшереп, уларға ҡарата икенсе инстанция ролендә сығыш яһаған. Суд реформаһына (1864) ярашлы, бер нисә өйәҙҙе үҙ эсенә алған һәр суд округында булдырылған. Башҡортостанда О.с. “Өфө һәм Ырымбур губерналарында суд реформаһын тулы күләмдә индереү тураһында”ғы указ (1892) м‑н ойошторола, Ырымбур, Троицк, Өфө ҡҡ. 1894 й. индерелә; 1917 й. бөтөрөлә. Ырымбур О.с. — Ырымбур һәм Орскиҙың, Троицк О.с. — Ырымбур губернаһының Верхнеурал, Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәренең, Өфө О.с. Өфө губернаһының Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәренең эштәре беркетелә. Һәр О.с. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнгән рәйес; рәйестең иптәштәре (граждан‑ дар һәм енәйәтселек бүлеге етәкселәре); суд ағзалары (суд тәфтишселәре, мировой судьялар); енәйәт эштәре б‑са вердикттар сығара торған присяжный заседателдәр ин‑ты; прокура‑ тура органдары (прокурор, уның иптәштәре, суд тәфтишселәре); суд приставтары һ.б. инә. О.с. присяжный заседателдәре ин‑ты “Ырымбур һәм Өфө губерналарында присяжный заседателдәр ҡатнашлығындағы судты раҫлау тураһында”ғы указ (1898) м‑н индерелә, 1914 й. йылда бөтөрөлә. Суд палатаһы О.с. присяжный заседателдәр ҡатнашлығынан тыш ҡаралған эштәрен ҡайтанан ҡарау өсөн апелляция инстанцияһы булған; Ырымбур һәм Троицк О.с. — Һарытау, Өфө О.с. Ҡазан суд палатаһына ҡарай. О.с. бер йыл эсендә 500‑гә яҡын эште ҡараған, ш. уҡ нотариаль конторалар һәм суд приставтарының эшмәкәрлеген күҙәткән.

 Әҙәб.: Мировой суд мәҡ. ҡарағыҙ.

А.З.Йәнекәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика