ОБСЕРВАТОРИЯ а с т р о н о м и к, астрономик күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҡорамалдар м‑н йыһазландырылған махсуслаштырылған учреждение, ш. уҡ бина йәки биналар һәм ҡоролмалар комплексы. Башҡортостанда Ерҙең яһалма юлдашта‑ рын күҙәтеү өсөн 1957 й. БДУ‑ла ойошторолған (Д.Т.Емасов, В.С.Сөләймәнов) оптик‑визуаль станция О. статусын ала. Тәүҙә станция 30 АТ‑1 торбаһы һәм АЗТ‑9 телескобы м‑н, һуңыраҡ юлдаштарҙы теркәү өсөн ярым автоматлаштырылған аппараттар м‑н йыһазландырыла. Төп бурысы — юлдаштарҙың координаталарын һәм үтеү ваҡытын билдәләү булған, улар б‑са СССР ФА‑ның Астрономия советында һ.б. ойошмаларҙа юлдаштарҙың атмосферала хәрәкәт итеүе һ.б. асыҡланған һәм тейешле төҙәтмәләр индерелгән. 80‑се йй. башында станцияның эше туҡтатылғандан һуң телескоп һәм башня БДУ студенттары өсөн уҡыу б‑са күҙәтеүҙәр үткәреү_базаһы булып тора. 1964—88 йй. И.Яҡутов ис. парк терр‑яһында (Өфө) “Йәшлек” уҡыу астрономик О. эшләй, 1967 й. алып Өфө Пионерҙар һарайы, 1976 й. — Өфө планетарийы составына инә. О. АЗТ‑9 телескобы булған астрономик башняһы, уҡыу планетарийы, радиолокация павильоны һ.б. була. Уҡыусылар өсөн астрономия һәм радиолокация түңәрәктәре эшләй. Балаларға һәм йәштәргә астрономия б‑са белем биреүҙе ойоштороу эштәрен Өфөлә Г.Д.Туев, В.С.Симонов, Л.Н.Филиппова, Г.В.Жуков, Б.И.Горенко, Т.И.Денисова алып бара. Уҡыусылар бер нисә тапҡыр астрономия б‑са Бөтә Союз олимпиадаларының һәм йәш астрономдар слёттарының призёрҙары була.

Әҙәб.: Т у е в Г.Д. Уфимская учебная обсерватория “Юность” //Земля и Вселенная. 1969. №4.

А.П.Денисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика