НУРИЕВ Дамир Әхмәт улы (18.3. 1941, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Көҫәпәй а.), философ. Филос. ф. д‑ры һәм проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. 1976 й. алып Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында. 1978 й. алып СДПИ‑ла, 1981 й. — БДМИ‑ла, 1993 й. һәм 2014 й. башлап БДУ‑ла уҡыта (2000—11 йй. филос. һәм социол. ф‑ты деканы, филос. тарихы һәм фәне каф. мөдире), 2011— 13 йй. — Урал дәүләт юридик акад. Өфө филиалында. Фәнни эшмәкәрлеге онтология, гносеология, логика һәм фән методологияһы мәсьәләләренә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Формирование национального самосознания (социально-философский анализ). Уфа, 2005 (авторҙ.); Социальное и морально-этическое учения ислама как оппозиция духу экстремизма. Уфа, 2007 (авторҙ.); Проблемы последствия современного научно-технического прогресса (Попытка научно-философского осмысления техногенного антропо‑социо‑биогенеза). М., 2011 (авторҙ.). 

Б.С.Ғәлимов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика