Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NUGAEV_RAIS.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NUGAEV_RAIS.jpg'

НУҒАЕВ Рәйес Йәнфур улы (15.5. 1931, Өфө), тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1989), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1991), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1991). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” тресында (Октябрьский ҡ.) эшләй: 1958 й. тиклем участка нач., 1964 й. башлап промысла мөдире. 1965 й. алып Өфөлә: “Башнефть” ПБ‑ның баш инженеры, 1966 й. башлап үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. нач., 1968 й. – Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ҒТИ‑нда, 1992 й. – Нефть производствоһының ғәмәли экологияһы проблемалары ҒТИ‑нда дир., 1994—2012 йй. БР ФА‑ның Экологик фәнни‑техник ассоциацияһы дир., бер үк ваҡытта 1990—2010 йй. ӨДНТУ уҡытыусыһы; 2012 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сығарыу техникаһына һәм технологияһына арналған. Н. тарафынан нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыу, бер скважина ярҙамында айырым нефть ҡатламдарын бер үк ваҡытта файҙаланыу технологиялары, нефть промыслалары объекттарының экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары, нефть скважиналарын торба арты арауығы аша тикшереүөсөн ҡорамалдар, насос‑компрессор торбаларының парафинланыуы м-н көрәшеү ысулдары һ.б. уйлап табылған. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тыңһәм БДБ илдәренең нефть промыслаларында индерелгән. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 65 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

Х е ҙ м.: Одновременная раздельная эксплуатация скважин на нефтепромыслах Башкирии. Уфа, 1970 (авторҙ.); Эргономика при бурении и ремонте скважин. М., 1988 (авторҙ.); Безопасная эксплуатация нефтепромысловых объектов. М., 1990 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика