НОВОСЁЛОВ Виктор Фёдорович (2.3.1929, Урал өлк. Новосёлов а. – 14.3.1997, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1973). РСФСР‑ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1973) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1953). 1956 й. алып ӨНИ‑лә эшләй: 1962—64 йй. нефть механикаһы ф‑ты деканы, 1963—93 йй. нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1956—58 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда лаб. етәксеhе. Фәнни эшмәкәрлеге нефтте һәм нефть продукттарын үткәргес торбалар ярҙамында ташыу технологияһына арналған. Н. ҡатнашлығында ҡуйылығы юғары булған нефть продукттарының горизонталь үткәргес торбалар эсендә ҡаты фаза барлыҡҡа килтереп ҡатыуы, ҡуйы булмаған нефть продукттарының ирекле конвекция шарттарында һыуыныуы процестары тикшерелгән. Уның тарафынан һурҙырып ҡыуҙырыу күләме кәмегәндә бер көпшәле үткәргес торбаларҙы һәм күп көпшәле үткәргес торбалар системаларын рациональ тултырыу теорияһы, бер нисә нефть продуктын бер үткәргес торба буйлап эҙмә‑эҙ һурҙырыу технологияһы эшләнгән. Асыштары үткәргес торба транспортында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Транспортирование вязких нефтей и нефтепродуктов по трубопроводам. М., 1973 (авторҙ.); Последовательная перекачка нефтей и нефтепродуктов по магистральным трубопроводам. М., 1976 (авторҙ.); Типовые расчёты при проектировании и эксплуатации нефтебаз и нефтепроводов. Уфа, 2002 (авторҙ.).  

А.А.Коршак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика