АНТОНИЙ III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 17.3.1863, Новгород губ. — 10.8.1936, Белград), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1900—02). Дини тәғлимәт ф. д‑ры (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890). Монахлыҡ ҡабул иткән (1885). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1885) шунда уҡ уҡыта. 1890 й. алып Мәскәү һәм Ҡазан дини акад. ректоры, 1897 й. — Мәскәү патриархияһы епархияларында викар епископ, епископ. 1918 й. башлап Киев митрополиты. 1919 й. Сербияға күсеп китә. 1921 й. А.III Урыҫ сит ил православие сиркәүенә нигеҙ һалған һәм уны ошо сиркәүҙең Синод рәйесе итеп һайлаған Карловцы сиркәүе соборын үткәрә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында “Дин тәғлимәте ғилемен алған кешеләр өсөн һынау үткәреү ҡағиҙәләрен” (“Правила производства испытаний для лиц богословского образования”; 1900) һәм “Өфө епархияһы монастырҙары өсөн ҡағиҙәләр” (“Правила для монастырей Уфимской епархии”; 1901) эшләй, улар сиркәү тәртибен нығытыуға йүнәлтелә; сиркәү хәйриә эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә, төбәктә монастырҙар һәм сиркәүҙәр артыуға булышлыҡ итә. Дәүләт советы ағзаһы (1906—07).

Хеҙм.: Полное собрание сочинений: в 3 т. СПб., 1911.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.