НИКИФОРОВ Юрий Никифорович (16.11.1934, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аделькин а. — 27.11. 2012, Өфө), тарихсы, политолог. Тарих ф. д‑ры (1978), проф. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983), РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960). СССР‑ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1957—60 йй. Салауат ҡ. 1‑се эшсе йәштәр урта мәктәбе директоры. 1963—75 йй. һәм 1978 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1968—75 йй. һәм 1978—2012 йй. политология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге 20 б. Урал-Волга буйында индустриялаштырыуҙың соц. эҙемтәләрен өйрәнеүгә, Рәсәй һәм Башҡортостандың сәйәси системаһы, ш. иҫ. сәйәси партияларҙың формалашыуы һәм эшләүе мәсьәләләренә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Шаги нефтехимии республики. Уфа, 1974; Основы политологии. Уфа, 1994; Статус политических партий в постсоветской России: особенности формирования, типология, тенденции развития. Уфа, 2002 (авторҙ.). 

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика