НИҒМӘТУЛЛИН Ришат Вәхит улы (11.1.1959, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), юрист. Юридик ф. д‑ры (2008), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2009), РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны (1982), Өфө юғары мәктәбен (1994) тамамлаған. 1982 й. алып БДПИ‑ла эшләй. 1985 й. башлап Өфө халыҡ депутаттарының Киров район советы башҡарма ком‑тының эске эштәр бүлегендә шәхси состав м‑н эшләү һәм һөнәри әҙерлек б‑са өлкән инспектор. 1991 й. алып ӨЮИ‑ла: 1996 й. — шәхес хоҡуҡтарын яҡлау һәм эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә законлылыҡты тәьмин итеү каф., 2001 й. — граждан‑хоҡуҡ дисциплиналары каф. нач., 2002 й. башлап ин‑ттың фәнни эштәр б‑са нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2014 й. алып БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында халыҡ‑ара хоҡуҡ һәм халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәйҙең дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы, тарихы, халыҡ‑ара хоҡуҡ проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Институт смертной казни в уголовном праве России XIX века. Уфа, 1997; Сотрудничество государств в борьбе с преступлениями международного характера в XX веке и начале XXI столетия. М., 2006; Совершенствование правовой основы охраны природы Уральского региона (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2012 (авторҙ.).  

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика