НИҒМӘТУЛЛИН Искәндәр Ниғмәтулла улы (23.1.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., – 29.6.1980, Мәскәү), инженер. Техник ф. д‑ры (1955), проф. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тереғоловтар нәҫеленән, Ғ.Н.Тереғоловтың ҡустыһы. 1925 й. алып ВЛКСМ‑дың Белорет кантон ком‑ты секретары урынбаҫары. 1926 й. башлап Мәскәүҙә. Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1935) 1941 й. тиклем һәм 1946—55 йй. шунда уҡ эшләй (1946 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р һәм уҡытыусы). 1941 й. башлап Көнбайыш һәм Калинин__ фронттарында хеҙмәт итә, 1944—46 йй. – СССР Оборона министрлығының айырым хәрби техника ғилми‑тикшеренеү полигоны нач. (Мәскәү эргәһе). 1955—56 йй. Пекин политехник ун‑ты советнигы. 1964—80 йй. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑тының йылылыҡ энергетикаһы каф. мөдире (Мәскәү). Фәнни эшмәкәрлеге атом энергетикаһы ҡулайламалары, йылылыҡ техникаһы мәсьәләләренә һәм эске яныулы двигателдәрҙе уйлап табыуға арналған. Н. тарафынан юғары турбоөрҙөрөү ҡулланылған ҡатнаш двигателдәрҙең теорияһы һәм конструкциялары, Һарытау—Мәскәү газ үткәргесендәге компрессорҙарҙың приводтары өсөн газ двигателе, генератор газында эшләгән ике тактлы двигатель уйлап табылған, АЭС‑тарҙың йылылыҡ‑энергетика проблемалары һ.б. б‑са тәҡдимдәр индерелгән.

Х е ҙ м.: Рабочие процессы в турбопоршневых двигателях. М., 1962; Тепловые двигатели. М., 1974 (авторҙ.); Ядерные энергетические установки. М., 1986 (авторҙ.). 

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика