НӘСИБУЛЛИН Руслан Сәғит улы (4.12.1937, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а.), радиофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1961) Өфөлә эшләй: 140‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1962 й. алып Органик химия ин‑тында; 1975 й. – СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә: өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта ғилми секретарь, 1978 й. – БДМУ‑ла (1982 й. алып информатика курсы булған мед. физикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге биол. актив молекулаларҙың төҙөлөшөн һәм уларҙың биол. мембраналарға тәьҫир итеү механизмын өйрәнеүгә арналған. Квант химияһы, радиоспектроскопия ысулдары м‑н бер‑береһенә бәйләнгән биол. актив берләшмәләр һәм күҙәнәк мембраналары фосфолипидтары араһында (электрондарҙың ππ-системалары аша) комплекстар барлыҡҡа килеү механизмы билдәләнгән. Фосфолипидтарҙың флавоноидтар молекулалары һәм азот атомдары ингән гетероциклик берләшмәләрҙең атомдары м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында уларҙың электрон төҙөлөшө һәм конформация хәленең үҙгәреүе күрһәтелгән. Н. тарафынан бер нисә гетероциклик молекуланың азот ядроларындағы квадропуль бәйләнештәрҙең тензорҙары табылған. Н. етәкс. яһалған радиоспектрограф ярҙамында күҙәнәк мембраналарының үткәреүсәнлеге үҙгәреүенә ҡайһы бер фармакологик препараттарҙың тәьҫире тикшерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Методы и технические средства медицинской визуализации. Уфа, 2003 (авторҙ.).  

В.А.Мазунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика