НӘСИБУЛЛИН Рауил Талип улы (24.12.1945, Үзбәк ССР‑ы Баланд-Чакир а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфө р‑ны Нөрлө урта мәктәбе дир. урынбаҫары. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла социол. тикшеренеүҙәр лаб. хеҙм‑ре, 1977 й. — шунда уҡ уҡыта (1990—2015 йй. социол. һәм соц. технологиялар каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре идара итеү социологияһы һәм соц. демография мәсьәләләренә арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Население Башкортостана: социально‑демографический анализ. М., 1997; Молодёжь в кризисном социуме. М., 1998 (авторҙ.); Школа в лабиринтах ценностей. М., 2003 (авторҙ.).  

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика