АНТОНИЙ II (донъяуи исеме Радонежский Александр; 1808, Түбәнге Новгород губ. Тепелев а. — 23.12.1872, Смоленск ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1858—59). Дини тәғлимәт бакалавры (1844), проф. (1846). Архимандрит (1848). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1834) Түбәнге Новгород дини семинарияһы инспекторы. 1842 й. алып Ярославль һәм Ҡазан ҡҡ. дини уҡыу йорттары уҡытыусыһы. 1851 й. башлап Пермь һәм Ярославль дини семинариялары ректоры, Ростов Богоявление монастыры настоятеле, 1859 й. — Ырымбур һәм Урал епискобы, 1862 й. — Мәскәү синод контораһы ағзаһы һәм Яңы Иерусалим монастыры идарасыһы. 1866 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Урал старообрядсыларының диндәшлеккә күпләп күсеүендә мөһим роль уйнай, бер нисә сиркәү‑мәхәллә мәктәбе аса.

Хеҙм.: Иисус Христос на Голгофе, или Семь слов на кресте. М., 1848; Иисус Христос в последние дни пред страданиями Своими в Иерусалиме. Тамбов, 1869.

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1901. Вып. 10.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018