НӘБИЕВ Тухтамурод Сахоб улы (30.7.1946, Үзбәк ССР‑ы Брич‑Мулла а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (1999). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1983—85 йй. — Агрозоотехника ин‑тында (Гвинея Респ.); 1997—99 йй. һәм 2000—01 йй. – Силәбе агроинженерлыҡ ин‑тында, 1999—2000 йй. – Ташкент фарм. ин‑тының агробиотехнологиялар ф‑ты деканы. 2002—13 йй. БДАУ‑ҙа (2002—07 йй. теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге а.х. механизациялауға арналған. Н. ҡатнашлығында техник культуралар орлоғон сәсеү технологиялары һәм тупраҡты рәт‑ара эшкәртеүҙе механизациялау саралары уйлап табылған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Транспортирующие машины. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

И.Х.Мәсәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика