НЕФТЕБАЗАЛАР, нефтте һәм нефть продукттарын туплау, һаҡлау, оҙатып тороу өсөн ҡоролмалар һәм ҡорамалдар комплексы. Тәғәйенләнеше б‑са нефть продукттарын транспорттың бер төрөнән икенсеһенә күсереп тейәүҙе башҡарған, бүлгән (хеҙмәтләндерелгән райондарҙы нефть продукттары м‑н тәьмин итә) һәм күсереп тейәп бүлгән Н. айыралар. Н. составына берҙәм технологик үткәргес торбалар системаһына берләштерелгән тултырыу‑ҡойоу ҡоролмалары, насос станцияһы һәм резервуар паркы инә. Производство объекттарының хәүеф дәрәжәһе б‑са Н. 5 категорияға бүленә: резервуар паркының күләме 100 мең м3 күберәк булғандары — 1‑се категория; 20‑нән 100 мең м3 тиклем — 2‑се; 10‑дан 20 мең м3 тиклем — 3‑сө “а”; 2‑нән 10 мең м3 тиклем — 3‑сө “б”; 2 мең м3 һәм унан кәмерәк — 3‑сө “в” категорияһы. Башҡортостанда тәүге “Өфө” нефть склады 1901 й. төҙөлә. 2008 й. 50 Н. файҙаланыла, иң ҙуры — “Бөрө” Н. (резервуар паркының күләме 60 мең м3 самаһы). БР терр‑яһында урынлашҡан Н. “Башкирнефтепродукт” ААЙ, “ЛУКОЙЛ‑Уралнефтепродукт” ЯСЙ һ.б. хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ ҡара: Резервуар.

Әҙәб.: Нефтепродуктообеспечение. М., 1998. 

Р.А.Жданов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика