НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫ ТӨҘӨҮ, ауыр машиналар эшләү сәнәғәте тармағының иретеп йәбештерелгән табаҡтарҙан, торбанан эшләнгән тоташтырғыс деталдәрҙән, үткәргес торба арматураһынан һ.б. торған һыйышлыҡ конструкцияларын яһау б‑са төрө. Хәҙерге Н.а.т. төп технологик операциялары булып форманы үҙгәртеү (металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү), иретеп йәбештереү һәм термик эшкәртеү тора. Үҙенсәлекле технологик операцияларға йәйелмәләрҙе эшләү, тамғалап сығыу, иретеп йәбештереү алдынан ҡырҙарҙы эшкәртеү, иретеп йәбештерелә торған элементтарҙы йыйыу инә. Аппараттарҙың төп деталдәрен етештереү үҙ‑ара алмашыныусанлыҡ теорияһы принциптарына нигеҙләнә. БАССР‑ҙа Н.а.т. барлыҡҡа килеүенә 20 б. 30‑сы йй. нефть ятҡылыҡтары асылыуы һәм нефть сығарыуҙың, нефть эшкәртеүҙең һәм нефтехимияның үҫеүе булышлыҡ итә. Тәүге Н.а.т. пр‑тиеларының береһе 428‑се з‑д була (Благовещен ҡ.; ҡа‑ ра: Благовещен арматура заводы). 50—60 йй. углеводород сеймалын эшкәртеү б‑са сәнәғәт комплекстары һәм нефтехимия производствоһы аппараттарын һәм машиналарын монтажлау һәм ремонтлау пр‑тиелары (“Башнефтехимстрой”, “Востокнефтезаводмонтаж”; икеһе лә — Өфө) составында ремонтлау‑тергеҙеү цехтары һәм механика участкалары төҙөлә. Аппараттар сығарған иң ҙур пр‑тиелар “Салаватнефтемаш”, “Туймазыхиммаш”, Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы”, Октябрьский ремонт‑механика з‑ды. Был пр‑тиеларҙа гидродинамика аппараттары, химия реакторҙары һәм промыслаларҙа нефтте әҙерләү аппараттары етештерелә. Н.а.т. изделиеларын төп ҡулланыусылар — химия, нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефтехимия сәнәғәте, энергетика пр‑тиелары, уларҙа технологик ҡоролмаларҙың 3/4 өлөшөн һыйышлыҡ конструкциялары тәшкил итә. Н.а.т. продукцияһы БДБ илдәренә, Болгарияға, Иранға, Польшаға, Хорватияға ебәрелә. Шулай уҡ ҡара: Химия һәм нефть машиналары эшләү.

Әҙәб.: Б а к и е в А.В. Технология машиностроения. Уфа, 1995.  

Ә.В.Баҡыев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика