НЕГОВОРА Андрей Владимирович (12.8.1968, Тимашёвск ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (2014).Томск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй (лаб. мөдире). 1992 й. алып “Геофизприбор” Өфө ПБ‑нда, 1993 й. — БДАУ‑ҙа (2005 й. башлап тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире, 2011—14 йй. Инновацион үҫеш ин-ты директоры), бер үк ваҡытта 1999 й. алып “Башдизель” ЯСЙ‑ның дир., 2006—09 йй. Машина‑трактор паркын ремонтлау һәм файҙаланыу б‑са Бөтә Рәсәй ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының (икеһе лә — Өфө) 19‑сы ғилми‑тикшеренеү секторы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге дизель двигателдәренең яғыулыҡ биреү системаларының конструкцияһын камиллаштырыуға арналған. Н. тарафынан яғыулыҡ аппаратураһын һүтмәйенсә мәғлүмәт‑үлсәү комплексы ярҙамында диагностикалау технологияһы, юғары баҫымлы яғыулыҡ насостарына капиталь ремонт үткәреүҙең технологик карталары, яғыулыҡ эталондары йыйылмалары һ.б. эшләнә. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең автомобиль сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Технологические приёмы обеспечения эксплуатационной надёжности топливоподающих систем автотракторных дизелей. СПб., 2003. 

И.И.Ғәбитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика