НЕГАНОВ Фәнил Миҙхәт улы (2.12. 1956, Ишембай ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1987). 1981 й. алып БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡараяр урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1984 й. — Ишембай транспорт машиналары эшләү з‑дында эшләй. 1992 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм танып белеү теорияһы проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Рациональное и иррациональное: человек и бытие. Уфа, 1996; Аксиологическая детерминация. Уфа, 2004 (авторҙ.); Экономические и социальные основы деятельности некоммерческих организаций. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика