НАФИҠОВ Марат Зәки улы (21.2. 1948, Өфө), инженер‑механик. Тех‑ ник ф. д‑ры (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) БДАУ‑ҙа эшләй (2012—15 йй. теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге туҙған машина деталдәрен һәм ҡорамалдарҙы иретеү ярҙамында яңыртыуға арналған. Н. тарафынан технологик процестар һәм ҡулайламалар уйлап табыла, улар БР‑ҙың агросервис пр‑тиеларында индерелгән. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Рекомендации по разработке технологических процессов восстановления изношенных деталей типа “вал” электроконтактной наплавкой (приваркой) стальных проволок. Уфа, 2009 (авторҙ.). 

Э.Л.Левин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика