• Печать

НАСОС, шыйыҡсаны уға тыштан энергия (потенциаль, кинетик) биреп баҫым ярҙамында күсерә торған машина. Н. эшләү принцибы б‑са көрәксәле (үҙәктән ҡыуа торған, акциаль, өйөрөлмә), күләмле (поршенле, плунжерлы, роторлы, ҡанатлы һ.б.), ағымлы (эжекторҙар, инжекторҙар һ.б.); тәғәйенләнеше б‑са — артезиан (күп баҫҡыслы), һыу үткәргестәр өсөн, янғын һүндереү өсөн, судноларҙа ҡулланылған һ.б.; ҡыуылған шыйыҡса, привод төрө б‑са һ.б. бүленәләр. Н. нефть сығарғанда, магистраль нефть үткәргестәрҙең, нефть продукттарын үткәргестәрҙең насос станцияларында, һыу күтәреү станцияларында, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. ӨДНТУ‑ла, ИПТЭР‑ҙа Н. файҙаланыу проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр башлана; Л.Г.Колпаков етәкс. промысла һәм магистраль Н. агрегаттарын (С.Г.Бажайкин, И.С.Беркутов, В.Г. Володин, В.И.Еронен, Ш.И.Рәхмәтуллин һ.б.), Н.Н.Репин етәкс. скважиналар өсөн Н. (М.Д.Вәлиев, Ю.Ғ.Вәлишин, О.М.Йосопов, К.Р.Ураҙаҡов һ.б.) уйлап табыу һәм камиллаштырыу б‑са эштәр алып барыла. 60‑сы йй. алып респ. уйлап табылған үҙәктән ҡыуа торған, плунжерлы батырылмалы Н. нефть промыслаларында индерелгән. 70‑се йй. башлап ИПТЭР‑ҙа агрессив мөхиттә, ҡуйы шыйыҡсалар өсөн файҙаланылған, газ‑шыйыҡлыҡ ҡатышмаларын ҡыуыу, ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары һ.б. өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агрегаттары уйлап табыла һәм модернизациялана; 2000 йй. алып Ә.А.Баһманов етәкс. нефтте ташыу, нефть ҡатламдарына һыу тултырыу өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агрегаттары эшләнә. Башҡортостанда үҙәктән ҡыуыусы Н. (“БашГидроМаш” ҒПБ ЯСЙ), аксиаль‑поршенле гидронасостар (“Гидромаш”), автобетон насостары, стационар бетон насостары (Туймазы автобетоновоздар заводы), “Ағиҙел” электр насостары (ӨАПБ), нефть ҡыуыу насостары (ӨМЭПБ) һ.б. сығарыла.

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке