НАСОС, шыйыҡсаны уға тыштан энергия (потенциаль, кинетик) биреп баҫым ярҙамында күсерә торған машина. Н. эшләү принцибы бса көрәксәле (үҙәктән ҡыуа торған, акциаль, өйөрөлмә), күләмле (поршенле, плунжерлы, роторлы, ҡанатлы һ.б.), ағымлы (эжекторҙар, инжекторҙар һ.б.); тәғәйенләнеше бса — артезиан (күп баҫҡыслы), һыу үткәргестәр өсөн, янғын һүндереүөсөн, судноларҙа ҡулланылған һ.б.; ҡыуылған шыйыҡса, привод төрө бса һ.б. бүленәләр. Н. нефть сығарғанда, магистраль нефтьүткәргестәрҙең, нефть продукттарын үткәргестәрҙеңнасосстанцияларында, һыу күтәреү станцияларында, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 50се йй. ӨДНТУла, ИПТЭРҙа Н. файҙаланыу проблемалары бса тикшеренеүҙәр башлана; Л.Г.Колпаковетәкс. промысла һәм магистраль Н. агрегаттарын (С.Г.Бажайкин, И.С.Беркутов, В.Г. Володин, В.И.Еронен, Ш.И.Рәхмәтуллин һ.б.), Н.Н.Репинетәкс. скважиналар өсөн Н. (М.Д.Вәлиев, Ю.Ғәлишин, О.М.Йосопов, К.Р.Ураҙаҡовһ.б.) уйлап табыу һәм камиллаштырыу бса эштәр алып барыла. 60сы йй. алып респ. уйлап табылған үҙәктән ҡыуа торған, плунжерлы батырылмалы Н. нефть промыслаларында индерелгән. 70се йй. башлап ИПТЭРҙа агрессив мөхиттә, ҡуйы шыйыҡсалар өсөн файҙаланылған, газшыйыҡлыҡҡатышмаларын ҡыуыу, ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары һ.б. өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агрегаттары уйлап табыла һәм модернизациялана; 2000 йй. алып Ә.А.Баһмановетәкс. нефтте ташыу, нефть ҡатламдарына һыу тултырыу өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агрегаттары эшләнә. Башҡортостанда үҙәктән ҡыуыусы Н. (“БашГидроМаш” ҒПБ ЯСЙ), аксиальпоршенле гидронасостар (“Гидромаш”), автобетон насостары, стационар бетон насостары (Туймазыавтобетоновоздарзаводы), “Ағиҙел” электр насостары (ӨАПБ), нефть ҡыуыу насостары (ӨМЭПБ) һ.б. сығарыла.

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

НАСОС, шыйыҡсаны уға тыштан энергия (потенциаль, кинетик) биреп баҫым ярҙамында күсерә торған ма шина. Н. эшләү принцибы бса көрәксәле (үҙәктән ҡыуа торған, акциаль, өйөрөлмә), күләмле (поршенле, плун жерлы, роторлы, ҡанатлы һ.б.), ағымлы (эжекторҙар, инжекторҙар һ.б.); тәғәйенләнеше бса — артезиан (күп баҫҡыслы), һыу үткәргестәр өсөн, янғын һүндереүөсөн, судноларҙа ҡулланылған һ.б.; ҡыуылған шыйыҡса, привод төрө бса һ.б. бүленәләр. Н. нефть сығарғанда, магис траль нефтьүткәргестәрҙең, нефть продукттарын үткәргестәрҙеңнасосстанцияларында, һыу күтәреү стан цияларында, йылылыҡ электростан цияларында һ.б. ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 50се йй. ӨДНТУла, ИПТЭРҙа Н. файҙаланыу проблема лары бса тикшеренеүҙәр башлана; Л.Г.Колпаковетәкс. промысла һәм магистраль Н. агрегаттарын (С.Г.Бажайкин, И.С.Беркутов, В.Г. Володин, В.И.Еронен, Ш.И.Рәхмәтуллин һ.б.), Н.Н.Репинетәкс. скважина лар өсөн Н. (М.Д.Вәлиев, Ю.Ғәлишин, О.М.Йосопов, К.Р.Ураҙаҡовһ.б.) уйлап табыу һәм камиллаштырыу бса эштәр алып барыла. 60сы йй. алып респ. уйлап табылған үҙәктән ҡыуа торған, плунжерлы батырыл малы Н. нефть промыслаларында индерелгән. 70се йй. башлап ИПТЭРҙа агрессив мөхиттә, ҡуйы шыйыҡса лар өсөн файҙаланылған, газшыйыҡлыҡҡатышмаларын ҡыуыу, ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары һ.б. өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агре гаттары уйлап табыла һәм модерни зациялана; 2000 йй. алып Ә.А.Баһмановетәкс. нефтте ташыу, нефть ҡатламдарына һыу тултырыу өсөн тәғәйенләнгән Н. һәм Н. агрегаттары эшләнә. Башҡортостанда үҙәктән ҡыуыусы Н. (“БашГидроМаш” ҒПБ ЯСЙ), аксиальпоршенле гидрона состар (“Гидромаш”), автобетон на состары, стационар бетон насостары (Туймазыавтобетоновоздарзаводы), “Ағиҙел” электр насостары (ӨАПБ), нефть ҡыуыу насостары (ӨМЭПБ) һ.б. сығарыла. С.Г.БажайкинТәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика