АНТОНИЙ I (донъяуи исеме Шокотов Алексей Андреевич; 1800, Харьков губ. Изюм ҡ. — 13.3.1871, Кишинёв), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1853—58). Дини тәғлимәт магистры (1834). Архиепископ (1861), архимандрит (1836). Монахлыҡ ҡабул иткән (1834). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1823) шунда уҡ филос. уҡытыусыһы, инспектор булып эшләй. 1836 й. алып Псков дини семинарияһы ректоры, 1850 й. — викар епископ, 1851 й. — Мәскәү патриархияһында епископ, архиепископ. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында благочинный округтарының һанын арттыра, Өфөләге дини семинарияның уҡыу планына “Тарих һәм расколды фаш итеү” курсын индерә (1854), 1853 й. христианлаштырыу миссияһын ойоштора. Уның башланғысы б‑са 1856 й. Табын Божья Матерь иконаһына ғибәҙәт ҡылыу индерелә.

Хеҙм.: Слова и речи. СПб., 1852.

Әҙәб.: Херувимов К.П. Краткая историческая записка о деятельности Уфимских архипастырей. Уфа, 1900; Сергеев Ю.Н. Уфимско‑Оренбургские епископы первой половины ХIХ в.: материалы к биогр. слов. //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018