НАСИРОВ Фәрит Сәғит улы (22.1. 1954, Карл‑Маркс‑Штадт ҡ., ГДР), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2010). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976), ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре финанс математикаһы, ихтималлыҡ теорияһы, осраҡлы процестар теорияһы, матди үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы мәсьәләләренә арналған. Н. тарафынан ирекле алынған өҙлөкһөҙ функция б-са симметрик интегралдар теорияһы, интеграль тигеҙләмәләр (стохастик дифференциаль тигеҙләмәләрҙе дөйөмләштереү) класы төҙөлгән; Итоның дөйөмләштерелгән интегралдар теорияһы, дифференциацияланмаған функциялар, осраҡлы процестар өсөн локаль ваҡыттар теорияһы һәм ысулдары үҫтерелгән; стохастик иҫәпләмәнең төп формулаһын дөйөмләштергән Ито формулаһы, ирекле алынған Борель функцияһының Лузин үҙенсәлеге (N) м‑н бәйле тарҡалыуы табылған; стохастик дифференциацияланыусы тигеҙләмәләрҙе һәм уларҙың траекториялар б‑са аналогтарын интеграллау ысулы эшләнгән; диффузия процесының структураһы асыҡланған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О локальных временах для функций и случайных процессов //Теория вероятностей и её применения. 1995. Т.40. Вып.4; Симметричные интегралы и стохастический анализ //Шунда уҡ. 2006. Т.51. Вып.3.

Г.Т.Болғаҡова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика